Ebook: Бәхет сере
Author: Ғәйетбай Наил.
- Genre: Literature // Prose
- Tags: Библиотека, Литература народов РФ, Башкирская литература
- Language: Tatar
- djvu
Ағиҙел журналы, 2011 йыл, 1-се һан. – 30 бит.Тамаша журналының етәксеһе булып эшләгән осорҙа һәр һан өсөн Мөхәррир һүҙе яҙа инем. 15 йыл эсендә бер колонкаға һыйырлыҡ алтмыштан ашыу кескәй генә мәҡәләләр баҫылған. Улар матди һәм рухи донъя, бәхет һәм дөрөҫ йәшәү, байыу һәм дан яулау, көнсөллөк һәм үс алыу, хеҙмәт һәм ял, мөхәббәт һәм ғаилә һ.б. тураһында. Уҡыусыларға минең яҙмалар бик оҡшаны, һәр хәлдә, осрашыуҙар ваҡытында уҡыусылар, тап булышҡанда таныштарым, дуҫтарым Мөхәррир һүҙен бик яратып ҡабул итеүҙәрен әйтәләр һәм уны уҡыу өсөн журналдың киләһе һандарын көтөп алыуҙарын белдерәләр ине. Иң мөһиме - был бәләкәй мәҡәләләрҙең бөтәһен дә бергә йыйып баҫтырырға йә иһә айырым китап итеп сығарырға тәҡдим иттеләр. Мин үҙем дә күптән был хаҡта уйлана инем. Ниһайәт, форсат тыуҙы.
Әлбиттә, был баҫмаға әҙерләгәндә, бөтә мәҡәләләрҙе яңынан ҡарап сығарырға, бер аҙ үҙгәртергә, ҡабатланған урындарын алып ташларға тура килде. Шуға ҡарамай, улар, нигеҙҙә, Тамаша журналында нисек донъя күргән - шулай ҡалды. Әммә шуны ла иҫкәртергә кәрәк тип һанайым. Биш мәҡәләлә (Нәфсе, "Маҡсат, Бәхет хаҡында, Дөрөҫ белем, Кешегә күпме кәрәк?) кешегә булғаны етә тигән һөйләм бар. Йәнә биш мәҡәләлә (Маҡсат, Бәхеткә сәйәхәт, Бәхетхаҡында, Хәҙерге мәл, Төп ҡағиҙә) ошо секундта кеше һәр саҡ бәхетле тигән фекер әйтелә. Был һөйләмдәр ҡабатланһа ла, ул мәҡәләләр йөкмәткеһе менән ныҡ айырыла һәм төрлө фекергә илтә. Ошо сәбәпле уларҙы үҙгәртмәйенсә ҡалдырырға кәрәк тип таптым.
Тағы шуны әйтеү ҙә мотлаҡ: был мәҡәләләрҙе һис тә эҙмә-эҙлекле уҡыу кәрәкмәй. Улар бер-береһенә бәйләнмәгән, шуға күрә йәнең теләгән ерҙән алып уҡырға мөмкин.
Шулай итеп, ҡәҙерле уҡыусылар, Мөхәррир һүҙе - хәҙер инде Бәхет сере исеме менән - йәнә һеҙҙең менән осраша. Әгәр ул һеҙгә тормошҡа саҡ ҡына икенсе төрлөрәк ҡарарға ярҙам итһә, мин бик шат булыр инем.
Наил Ғәйетбай.

Download the book Бәхет сере for free or read online
Continue reading on any device:
Last viewed books
Related books
{related-news}
Comments (0)